14 декабрь – мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнде. Был байрамдан 3-сө һанлы башҡорт лицей-интернаты ла ситтә ҡалманы. Уҡыусылар “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырҙарын йырланылар, тел тураһында шиғырҙар һөйләнеләр Маргарет Эрсен-Раш, Вячеслав Чернев, Линдси Пегей кеүек сит милләт вәкилдәренең башҡорт телен өйрәнеп кенә ҡалмай, уның мәртәбәһен күтәрер өсөн башҡарған эштәре тураһында сюжеттар ҡарап, һоҡланыуҙарын йәшермәнеләр.
Сара “Мөғжизәләр яланы”, “Көйҙө уйлап тап” уйындары, һәм, әлбиттә, тәмле сәй эсеү менән тамамланды. Ҡурай түңәрәге етәксеһе Абдуллин Динар Уразай улының ҡурайҙа уйнауы сараға тағы ла йәм өҫтәне. Лицей-интернат директоры Әхмәтова Гөлшат Әүхәҙи ҡыҙының , директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Хәкимова Розалия Вәли ҡыҙының балалар менән әңгәмәһе , тәрбиәсе Даутова Гөлйөҙөм Ғазали ҡыҙының хәстәрлекле ярҙамы йылы ла, шатлыҡлы ла тойғо ҡалдырҙы уларҙа.
Постановление от 16.09.2021 № 2686 Об утверждении административного регламента предоставления муниципальной услуги «Зачисление детей в муниципальные общеобразовательные учреждения» в городском округе город Стерлитамак Республики Башкортостан