Был курста фәһемле хикәйәттәр, ғибрәттәр тупланған. 

      Халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти -- башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле вәкилдәренең береһе, үҙенең шиғырҙары һәм поэмалары менән башҡорт әҙәбиәтен идея-тематик яҡтан байытыусы, уға өр-яңы жанрҙар һәм поэтик формалар алып килеүсе. Кешеләрҙең уртаҡ уй-тойғоларын үҙ әҫәрҙәрендә художество яғынан оҫта кәүҙәләндереүе менән Рәшит Ниғмәти ижады халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулай. Шуға ла уға хаҡлы рәүештә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән почетлы исем бирелгән. 30-сы йылдар уртаһында ул үҙен лирик шағир итеп таныта. Был йылдарҙа ул ҙур күләмле поэмалар менән бер рәттән күп кенә лирик шиғырҙар ҙа яҙа. 

Курс башҡорт теленән олимпиадаға әҙерләнеүсе уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү. Был уҡыу курсы уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ижади һәләт үҙ эсенә уҡыу-тәрбиә сараларының бөтәһен дә ала. Бында хеҙмәт һәм әхлаҡ тәрбиәһе лә, уҡыуға ынтылыш уятыу ҙа бар. Ижади һәләтте үҫтереүҙең йөкмәткеһе киң. Проблемалы уҡытыу, китап менән эшләү, уҡыу тиҙлеген күтәреү, тасуири уҡыу, инша, хикәйә, шиғыр яҙыу һ.б. Ижади эштәрҙе башҡарыуҙың һөҙөмтәһе - һәләтле балаларҙы асыҡлай.

Башҡорт теленең фонетик һәм грамматик төҙөлөшөн үҙ эсенә алған был программа уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын, яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән.