Ҡалабыҙҙағы 3-сө башҡорт лицей-интернатының география уҡытыусыһы Рим Раян улы СӨЙӘРҒОЛОВ-ҡа күптән түгел “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
32 йыл буйы уҡыусыларына төплө белем һәм тәрбиә биргән мөғәллим был исемгә хаҡлы рәүештә лайыҡ. География фәне буйынса ҡалала беренселекте бирмәгән, республика, хатта Рәсәй олимпиадаларында еңеүҙәр, призлы урындар яулаған 3-сө башҡорт лицей-интернатының шәп егеттәре лә уҡытыусылары тураһында тап шундай фекерҙә. Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләрен генә ала- йыҡ. Ғәҙәттә, ҡала һәм республика буйынса география фәненән бер нисә зирәк баш ҡына 100 балл йыйыуға өлгәшә. Лицей егеттәре йыш ҡына ошо исемлеккә эләгә лә инде. Бер кемгә лә сер түгел, уҡыусылар, математика, рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеп, башҡа фәндәрҙе икенсе планға ҡалдырыусан. Әммә Рим Раян улы кеүек ижади ҡарашлы уҡытыусылар үҙ фәненә ҡыҙыҡһыныу уята белә. Мәктәптә уның дәресен барып күрһәгеҙ икән! Ер шары картаһының ҡайһы нөктәһенә генә төртһәң дә унда йәшәүсе халыҡ, тәбиғәт байлыҡтары, һауа шарттары, йәнлектәр, сәнәғәт, йылға-күлдәр тураһында бай мәғлүмәт һаҡлаған энциклопедия кеүек ул! Бындай уҡытыусынан белем алыуы – үҙе ҙур бәхет. Уның егеттәренең еңеүҙәре тураһында тағы ла ишетербеҙ әле.
Опубликовано в газете "Ашкадар"
Постановление от 16.09.2021 № 2686 Об утверждении административного регламента предоставления муниципальной услуги «Зачисление детей в муниципальные общеобразовательные учреждения» в городском округе город Стерлитамак Республики Башкортостан