blind 1

    • Этот адрес электронной почты защищен от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.
    • 8 (3473) 20 45 33

5-се декабрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө һанлы башҡорт лицей-интернатында Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, “Аҡбуҙат” журналы баш мөхәррире, Халыҡ-ара Мәхмүт Ҡашғари, Шәйехзада Бабич исемендәге әҙәби премия лауреаты –Тамара Искәндәриәнең ижадына арналған күркәм сара үтте.

DSC 7447

 DSC 7594

 

Был байрамға шағирәнең ижады менән ҡыҙыҡһынған төрлө мәктәптәрҙән уҡыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Стәрлетемаҡ Яҙыусылар ойошмаһынан ҡунаҡтар килгәйне. Сара моңло йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.Балалар шағирәнең шиғырҙарын яттан һөйләп һоҡландырһа, шағирә иһә өр-яңы донъя күргән “Рух көмбәҙе” исемле китабы менән таныштырҙы. Тамара Искәндәриә шиғырҙарының тормошсан моңо, фәлсәфәүи тәрәнлеге, хистәр баҙыҡлығы һәр кемдең күңеленә хуш килде.

DSC 7806