Аңлатма яҙыу

           Дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса өлгө программа дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге һәм икенсе быуын Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар нигеҙендә төҙөлдө. Унда шулай уҡ дөйөм белем биреүҙең уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү һәм формалаштырыу программаһының төп идеялары һәм положениелары, дөйөм белем биреүҙең башланғыс белем биреү программалары менән күсәгилешлек принциптары күҙ уңында тотолдо.

      7-9-сы кластар өсөн эш программаһы М.Б.Юлмөхәмәтовтың Уҡытыу туған (башҡорт)телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-11- се кластары өсөн “Башҡорт әҙәбиәте”предметы буйынса белем биреү өлгө программалары”на нигеҙләнеп төҙөлдө.( – Өфө: Китап, 2017.)  Программа башҡорт яҙыусыларының йөкмәткеле әҫәрҙәре менән таныштырыуҙы, нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәрен уҡыуға ихтыяж тыуҙырыуҙы, дөрөҫ, грамоталы һөйләүҙе һәм яҙыуҙы ғына бурыс итеп ҡуймай. Әҙәби әҫәрҙәрҙең темаһын һәм идеяһын аңлау, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү, художестволы әҫәрҙәрҙе айыра, уларҙың теле менән һоҡлана белеү, образлы һөйләү һәм яҙма телмәр формалаштырыу, әҙәбиәт фәне өлкәһендә белем биреү, шәхес булараҡ тейешле кешелек сифаттары тәрбиәләү, универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү – программаның төп йүнәлештәре булып тора.

Консоль отладки Joomla!

Сессия

Результаты профилирования

Использование памяти

Запросы к базе данных